

Сараның маҡсаты булып илһөйәрлек тәрбиәләү, атыу ҡоралы менән эш итә белеүҙе үҫтереү, райондың иң оҫта йәш армеецтарын асыҡлау торҙо.
Ярышта ике йәш категорияһында 9 команда ҡатнашты. Биш этап ҡаралғайны: автоматты йыйыу һәм һүтеү, уның магазинын тултырып бушатыу, пневматик винтовканан атыу, эстафета һәм тест.
Һөҙөмтәлә, кесе йәш категорияһында Аҡъярҙағы 3- сө мәктәптең VI шайморатовсылар синыфы, өлкәнерәктәр араһында 2-се мәктәптең "Витязь" командаһы еңеүсе тип табылды. Мәргән, етеҙ, отҡор, илһөйәр егеттәр һәм ҡыҙҙарға ҡарап, ғорурланыу тойғоһо уяна. Ил һағына торорлоҡ лайыҡлы алмаш үҫеп килеүе ҡыуандыра. Балалар ижады йорто педагогтары, йәш армеецтар отрядтары етәкселәре йәш быуынды тәрбиәләү буйынса дөрөҫ юҫыҡта эш алып баралар, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ.
Әлиә СӘЛИМОВА, ойоштороусы педагог.