+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын!

Баймаҡ районы Буранбай ауылы балалары  Халыҡтар берҙәмлеге көнөн матур үткәргән.  Ауылдың китапхана хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларға күңелле сара уҙғарған.

Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын!Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын!
Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын!

 - 4 ноябрь – ҙур дәүләт байрамы, ул тарихыбыҙҙың 1612 йылғы ваҡиғаларына барып тоташа һәм Ватаныбыҙ азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын данлай. Был көндә яҡындарыбыҙға һәм дуҫтарыбыҙға, беҙҙе уратып алған кешеләргә изгелек, шатлыҡ өләшәйек, улар тураһында хәстәрлек күрәйек, - ти китапхана хеҙмәткәрҙәре.
Ауылдағы өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән балалар менән төрлө уйын уйнап, күңел асҡан.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын! Балалар башҡорт халыҡ уйындары «Бесәй менән сысҡан"," Өйрәк атыш" уйындары, волейбол, арҡан тартыш һәм  футбол   уйнаған. Аҙағынан татлы приздар ҙа  алып ҡыуанғандар.

Афарин, буранбайҙар!  Барығыҙға ла һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!

Сығанаҡ һәм фото: Буранбаевская сельская библиотека

 

Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын!
Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын!
Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын!
Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас