

Әйтсе, ғаләм? Әйтсе, Ерем!..
Онотмағыҙ, мин бит һеҙгә
Мәңгелеккә ғашиҡ инем.
Рәшит Назаров.
Рәшит Назаров... Ошо исемде ишетеү менән күңелгә нисектер бойоҡ та, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа булып китә. Уның ижады менән мин күптән ҡыҙыҡһынам. Уның шиғырҙарында тәрән мәғәнә ята. Тормошта ниндәй генә ваҡиға булмаһын, барыһына ла Рәшит Назаровтың шиғырҙарынан яуап табып була. Ҡыҫҡа ғына ижад итеү осоронда шул тиклем тормошто дөрөҫ ҡабул итеүе мине һоҡландыра һәм ниндәйҙер кимәлдә ғорурлыҡ хисе тойҙора. Рәшит Назаровтың бигерәк тә “Йөрәк”, “Йәшен”, “ Бәхет”, “Япраҡ”, “Тыуған тел”, “Ауылыма”, “Маҡтансыҡ” шиғырҙары күптәргә таныш. Синыфташтарым араһында ла яратып һөйләүселәр бар. Миңә шағирҙың иң оҡшаған шиғыры “Йөрәк”. Был шиғырҙы ятлап та алдым.
Рәшит Назаров – донъя әҙәбиәтендә һоҡландырғыс күренеш, бөйөк шағир. Ул – әсә һәм тәбиғәт тыуҙырған бик һирәк талант эйәһе. Ул беҙҙе, әйләндереп алған ер – һыуҙы, тәбиғәтте, күк есемдәрен, кеше күңелен, тормошто — бөтә донъяны образдарҙа күрә белгән.
Өршәк йылғаһына һыйынып ултырған Төрөмбәт ауылының ярлы крәҫтиән Сәйетбаттал менән Фатима ғаиләһендә һигеҙ бала үҫә. 1944 йылдың 1 ноябрендә тыуған Рәшит ижад менән бик иртә 11-12 йәштәрҙә үк шөғөлләнә башлай. Йәне, булмышы ижад менән йәшәй, һулыш ала. Шиғыр – уның яҙмышына, яҙмышы – тормошо шиғырҙарына әүерелә. Әсәһе хәтерләүенсә, Рәшиттең бөтөн уйы ла, уйыны ла шиғыр була.
Әҙәбиәтебеҙ йондоҙо булған Рәшит Назаров ижадының киләсәге яҡты булыуына ла ышанам. Быға гимназиябыҙҙа уҙғарылған “Назаров уҡыуҙары” конференцияһы, шиғыр һөйләүселәр конкурстары ла булышлыҡ итә, тип уйлайым. Гимназиябыҙ уҡыусыларының, синыфташтарымдың, дуҫтарымдың Рәшит Назаров ижадына битараф булмауҙары ҡыуандыра. Әгәр беҙ шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләһәк, уның ижадын өйрәнһәк тағы ла әллә күпме асыштар эшләрбеҙ, тигән өмөттә ҡалам.
Морат МӨХӘМӘТЙӘРОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.