

Шағирҙың ижады менән ҡыҙыҡһынам. Уның шиғырҙары мәғәнәле. “Маҡтансыҡ”, “Буш ҡыуыҡ” шиғырҙарын яттан беләм. Конкурстарҙа ҡатнашып урын да алдым.
1 ноябрь Рәшит Назаровтың тыуған көнө. Беҙ шағирыбыҙҙың тыуған көнөнә шиғырҙар ятланыҡ, иншалар яҙҙыҡ, әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр төшөрҙөк.
Китапханасыбыҙ Тәнзилә Батырхан ҡыҙы Һәүбәнова һәм синыф етәксебеҙ Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова Рәшит Назаровтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Китаптарына байҡау яһаны. Тормош юлын, ижадын өйрәндек. Уның шиғырҙарын башҡортса ла, урыҫ телендә лә һөйләнек. Уның ижады иҫ киткес! Ул — мәңгелек!
Илмир ТӘМИНДӘРОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.