

Белем усағына Башҡортостан Республикаһының милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Рәсим Рәил улы Солтангәрәев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, әҙәби музейҙың ғилми хеҙмәткәре Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова, күргәҙмә бүлеге мөдире Луиза Алмас ҡыҙы Хажиевалар килгәйне.
Башҡортостан Республикаһының милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре X cиныф уҡыусылары өсөн фронтовик яҙыусыларға арналған дәрес-лекция, унан һуң инде V синыф өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Сараны гимназия-интернат директоры Нияз Мөхәмәтов асып, ҡунаҡтарҙың изге эш менән килеүҙәрен телгә алды һәм уңыштар теләне. Ҡунаҡтар иһә үҙ сиратында Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтовҡа һәм сараны ойоштороп, алып барыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова-Алдырхановаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Дәрес-лекция унынсыларҙың уҡыу программаһына индерелгән “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте” темаһына тура килеүе менән отошло ине. Гөлсәсәк Саламатованың дәресте мауыҡтырғыс итеп алып барыуы башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы тағы арттыра төшкәндер.
Сараның икенсе өлөшө – оҫталыҡ дәресендә бишенселәр Луиза Алмас ҡыҙы Хажиева менән берлектә бетеү эшләү серҙәренә төшөндө. Әйткәндәй, Әсәйҙәр көнөнә бүләк эшләү идеяһын Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова тәҡдим иткән.
- Милли музей хеҙмәткәрҙәре бай материалдары, тәрән йөкмәткеле сығыштары, шәп оҫталыҡ дәрестәре менән күңелебеҙгә хуш килде, һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, тағы ла осрашыуға көтөп ҡалабыҙ. Осрашыуҙы юғары кимәлдә үткәреүҙә ярҙам иткән директорыбыҙ Нияз Ғибәҙәт улына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Нуретдин ҡыҙына, синыф етәкселәре Гөлмәрйәм Зөбәйер ҡыҙына, Гөлшат Юлай ҡыҙына, Вәзирә Борхан ҡыҙына, Гөлфиә Хәмитйән ҡыҙына, Зәлиә Вәкил ҡыҙына һәм ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине рәхмәттәрен белдереп Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы.
Ысынлап та, тәрбиәүи йәһәттән бындай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Сөнки, уҡыусылар алдынғы ҡарашлы замандаштары менән осрашып ҡына ҡалмай, үҙҙәренә яңы мәғлүмәт туплай, күңелдәренә рухи орлоҡ һала.
Фото: “Сибай” 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты.