+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Шашка турниры ойошторҙоҡ

  Беҙҙең балалар баҡсаһында бик үҙенсәлекле, файҙалы һәм мауыҡтырғыс сара үтте.

Шашка турниры ойошторҙоҡШашка турниры ойошторҙоҡ
Шашка турниры ойошторҙоҡ

"Ғаилә менән уйнайбыҙ" шашка турнирында алты ғаилә ҡатнашты. Атай, әсәй һәм  бала командалары үҙ - ара уйнаны. Улар зирәклек буйынса көс һынашты. Судья булып, шашка уйыны тренеры Зөлфәр Абдулла улы Зөбәйеров сығыш яһаны.
Шашка уйыны балаларҙа - логик фекерләүҙе, хәтер, фантазияны үҫтерә. Түҙемле, ныҡышмалы, тыныс булырға, күп нәмәне иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә. Еңеүгә ынтылышты нығыта. Шул уҡ ваҡытта  лайыҡлы еңергә һәм еңелә белергә лә  өйрәтә бит.
Ярышта беҙҙең төркөмдән Ильясовтар һәм Рәхмәтуллиндар ғаиләһе ҡатнашып, лайыҡлы урын яуланы. Афарин!
Ҡатнашыусыларға,  килгән ҡунаҡтарға, турнирҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!



Резедә МӨХӘМӘТШИНА,  "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Баймаҡ ҡалаһы.

 

 

 

 

 

Шашка турниры ойошторҙоҡ
Шашка турниры ойошторҙоҡ
Шашка турниры ойошторҙоҡ
Шашка турниры ойошторҙоҡ
Шашка турниры ойошторҙоҡ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас