

Балаларҙың һәләтен асыу – ҡатмарлы һәм оҙайлы хеҙмәт. Мәсьәләнең мөһимлеге был эште комплекслы башҡарыуҙы, һәләтле балалар менән системалы рәүештә эш алып барыуҙы талап итә. Эҙләнергә, яңы алымдар табырға кәрәк.
Октябрь айында районыбыҙҙа «Ватанды һаҡлаусыларға дан!» тигән презентациялар конкурсы үткәйне. Унда Ғәйфулла Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбенән III синыф уҡыусыһы Илсур Дәүләтов III урынға лайыҡ булды. Уға тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Фәнилә ИҘРИСОВА.
Ғафури районы.