

Бына әле яңыраҡ Милли кейем көнө айҡанлы аҙналыҡ иғлан ителгәйне. Унда һәр синыф әүҙем ҡатнашты. Милли кейемгә арналған әңгәмә, күргәҙмә, конкурс, флешмобтар ойошторолдо.
Аҙналыҡтың бер көнөндә беҙ, ҡыҙҙар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Абдулла ҡыҙы Сәлихова менән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ. Килеребеҙҙе алдан белеп, ихлас ҡаршы алдылар. Музей хеҙмәткәрҙәре беҙҙең өсөн оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе. Улар менән бергәләп сәс биҙәүесе – сәсмәү эшләргә өйрәндек.
Бик матур ғына килеп сыҡты. Сәсмәүҙәр үҙебеҙгә иҫтәлек итеп бирелде. Был матур биҙәүесте сәстәребеҙгә тағып йөрөрбөҙ. Апайҙарға рәхмәт әйтеп, ҡыуанып ҡайтып киттек.
Элина ФАЯЗОВА, VI cиныф уҡыусыһы.
Ағиҙел ҡалаһы, башҡорт гимназияһы.