+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

«Миңә бындай илдә тыуыу бәхете тейҙе»

 Беҙҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Сәхиулла улы Шаммасовтың (Рауил Шаммас) тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған шиғри ҡунаҡхана үтте.

«Миңә бындай илдә тыуыу бәхете тейҙе»«Миңә бындай илдә тыуыу бәхете тейҙе»
«Миңә бындай илдә тыуыу бәхете тейҙе»

Өфө ҡалаһының 30-сы моделле балалар китапханаһында уҡыусыларҙың Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар Союзы ағзаһы, Рауил Шаммастың улы Алмас Шаммасов менән осрашыуы үтте.
Алмас Рауил улы балаларға атаһының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән ауыр бала сағы тураһында һөйләне. Рауил Шаммас бөтә ғүмерен яратҡан республикаһына бағышлай, тыуған еренең матурлығын һәм йомартлығын, игенсе хеҙмәтен данлай. Һәм ул ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем, һуҡыр булыуына ҡарамаҫтан, ижад итә.
Алмас Шаммасов һөйләүе буйынса, әсәһе күп йылдар атаһының ысын таянысы һәм музаһы булып тора, ижад өсөн идеаль шарттар булдыра.
Барыһына ла бәләкәй Алмастың шиғриәт донъяһына тәүге аҙымдарын нисек яһауы тураһында белеү ҡыҙыҡлы булды. Икенсе класс уҡыусыһының «Әсәйем миңә тормош асты» шиғыры буласаҡ шағирҙың беренсе йыйынтығына исем биргәне тураһында ла белдек.
Сарала урыҫ һәм башҡорт телдәрендә шиғырҙар яңғыраны. Алмас Рауил улы үҙенең лирикаһын, шулай уҡ Рауил Шаммастың шиғырҙарын уҡып ишеттерзе, тормошо һәм ижады тураһында ҡыҙыҡлы, йәнле хикәйәләре менән уртаклашты.
Сарала ҡатнашыусылар Рауил Шаммастың «Дуҫтарыңды саҡыр», “Сәскәләр ҡайҙа китте?” һәм башҡа шиғырҙарын башҡарҙы.

Роза МАРКИНА, китапханасы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас