+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Яугирҙар - беҙҙең хәтерҙә

Инйәрҙең 2-се мәктәбендә Буранбай Язданов иҫтәлегенә район хәрби-спорт ярыштары үтте. 

Яугирҙар - беҙҙең хәтерҙәЯугирҙар - беҙҙең хәтерҙә
Яугирҙар - беҙҙең хәтерҙә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы иҫкә алыу, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарҙың, һәләк булған батырҙарҙың ҡаһарманлығын хәтерҙә тотоу маҡсатында мәктәптәрҙә төрлө саралар - дәрестәр, ветерандар менән осрашыуҙар, күргәҙмәләр һәм митингылар, спорт саралары үткәрелә. Шундайҙарҙың береһе Манышты ауылында тыуып үҫкән, 2025 йылдың 2 ғинуарында махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған, хәрби яугир Буранбай Яздановҡа арналды. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар - "Ете ҡыҙ" республика ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рабданова, муниципаль район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова һәм мәғариф начальнигы Ильмира Копытова ҡатнашты.

Район хәрби-спорт ярышында Белорет ҡала лицей-интернаты, Сермән, Шығай, Йөйәк, Асы, Манышты, Инйәрҙең 1-се, 2-се һәм 3-сө мәктәптәренең VII-IX уҡыусыларынан торған көслө һәм рухлы командалар бөтәһе 8 этапты үтеп, физик әҙерлеген, зирәклеген һәм белемен һынаны. Йәш быуынды Ватанды һөйөү рухында тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм яугирҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатын ҡуйған ярыштар "Сәләмләү", "Батырҙар йыры", "Сәләмәт батырҙар", "Аҙашмаған батыр", "Көслө һәм сос батырҙар", "Батырҙар эстафетаһы", "Ҡораллы батырҙар" һәм "Башҡорт эҙәрмәне" кеүек этаптарҙан торҙо. Сараның төп бағыусылары яугирҙың ата-әсәһе, апайы һәм уның ғаиләһе, тормош иптәше Анелия Зарипова, дуҫы Фәнис Әхмәтшин булды. Хәрби-спорт уйындарында яугирҙың яҡындары башҡорт мәктәбенә тирмә ябыуы бүләк итте. 

Район хәрби-спорт ярышында I урынға шайморатовсылар класынан төҙөлгән Инйәрҙең 2-се мәктәбе командаһы сыҡты. Уларҙың еңеүе - команданың тырышлығы, ныҡышмалығы һәм юғары әҙерлек һөҙөмтәһе. II урынды - ҡала лицей-интернаты, III урынды Инйәрҙең 1-се һәм Манышты мәктәптәре командалары яуланы. Был командалар ҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттеләр һәм призлы урындарға лайыҡ булды. Башҡа мәктәп командалары ла бүләкһеҙ ҡалманы. Улар "Илһөйәрлек", "Телһөйәрлек", "Еңеүгә ынтылыш" һәм "Спорт ҡаҙаныштары" номинацияларында бүләкләнде. Был номинациялар командаларҙың патриотик рухын, башҡорт теленә һөйөүен, еңеүгә ынтылышын һәм спорттағы уңыштарын билдәләне.

Хәрби-спорт ярышында башҡорт милли уйыны "Алтын ашыҡ" буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтелде. 2026 йылда район мәктәптәре араһындағы "Алтын ашыҡ" чемпионаты нәҡ Инйәрҙең 2-се мәктәбендә үтеүе лә белем усағына мәртәбә һәм ышаныс ҡына өҫтәй. Был милли мәҙәниәтебеҙҙе һәм башҡорт телен пропагандалауҙа ҙур ҡаҙаныш. Мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Асия Йосопова мәктәптәр уҡыусыларына айырым оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Алға, милли рух! Сара йәш быуынға Ватанды һөйөүҙең, башҡорт телен белеүҙең һәм батырлыҡтың ни тиклем мөһим икәнлеген иҫбатланы! 

Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең көсөн һынап ҡына ҡалманы, ә бер-береһе менән аралашып, дуҫлашып, яңы белемдәр алды. Киләсәктә лә ошондай саралар йәштәрҙең рухи һәм физик үҫешенә булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ. Район хәрби-спорт ярышының ябылыу тантанаһында Рафаэль Фәхретдиновтың "Ай-һай, Салауат" йырын башҡарыуы һәр кемдең күңелендә ватансылыҡ хистәрен уятты.

Ватанды һаҡлаусылар йылына, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, башҡорт телен пропагандалауға һәм Буранбай Салауат улының яҡты иҫтәлегенә арналған район хәрби-спорт ярышы юғары кимәлдә үтте. 

 

Зөлхизә Йосопова,

йәш Шәһитсе медиамәктәбе уҡыусыһы.

Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырыла.

 

#БелоретрайоныИнйәр

#ХәрбиСпортЯрышы

Яугирҙар - беҙҙең хәтерҙә
Яугирҙар - беҙҙең хәтерҙә
Яугирҙар - беҙҙең хәтерҙә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас