+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Бар эшкә лә өлгөрә

Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй!

Бар эшкә лә өлгөрәБар эшкә лә өлгөрә
Бар эшкә лә өлгөрә

Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге - иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.
Әсә... Ниндәй бөйөк исем...
Нимә етә әсә булыуға?!
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Сибәрлеге әсә булыуҙа.

Минең әсәйемдең исеме Лилиә. Ул балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшләй. Беҙгә, өс балаға, ғүмер биргән кеше ул. Әсәйем эштә лә ,өйҙә лә бар нәмәгә өлгөрә. Ул арымаһын, тип апайым менән уға булышырға тырышабыҙ: һауыт-һауа йыуабыҙ, өй йыйыштырабыҙ.
Әсәйем тәмле итеп ашарға бешерә, дәрестәрҙе тикшерә, гөлдәр үҫтерә.
Уға киләсәктә оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем. Әсәй, беҙ һине яратабыҙ. Байрамың менән!


Азалия ВӘХИТОВА.

Өфө ҡалаһы.

Бар эшкә лә өлгөрә
Бар эшкә лә өлгөрә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас