+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Иң ҡәҙерле кешем

Әсәйем Наилә Вафир ҡыҙы матур тәбиғәтле Бөрйән районында донъяға килгән. Белорет педагогия колледжын тамамлағас, Учалы яғына килен булып төшә. Мәктәптә эш башлай. Әлеге ваҡытта Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында балалар баҡсаһында эшләй.

Иң ҡәҙерле кешемИң ҡәҙерле кешем
Иң ҡәҙерле кешем

Әсәйем бәләкәй сағынан бейергә, йырларға, сигергә ярата. Гәзит-журналдарҙа шиғыр, мәҡәләләре донъя күрә. Беҙҙең заманда яҙған мәҡәләләр өсөн 25 һум аҡса килә ине, тип хәтерләп тә ала. Яҙышыу һәләте миңә әсәйемдән киләрер, тип уйлайым.

Һүрәт төшөрөргә лә ярата ул. Һораусыларға ла рәсемдәр яһап бирә. Ҡағыҙҙан эшләнгән кәрзиндәрен, ырғаҡ менән бәйләгән ҡул эштәрен район һабантуйҙарына, төрлө конкурстарға алып йөрөтәләр. Мәктәптә алып барған бәйләм түңәрәгенә күп ҡыҙ-малайҙар, хатта ауылдағы оло ағай-апайҙар ҙа йөрөнө.

Өйҙә әсәйем – оҫта хужабикә. Бешергән аштары телде йоторлоҡ! Йорт эсен гөл-сәскәгә күмеп, бөхтә итеп тота. Баҡсала булышырға ярата. Донъяны сәскәгә күмә. Йыл һайын беҙҙә ҡауын, ҡарбуз уңа.

Беҙҙе, ғаиләһен, дингә әйҙәүсе лә ул әсәйебеҙ. Ураҙаны түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Үҙе менән мәсеткә беҙҙе лә алып йөрөй.

Мине ижади яҡтан үҫтерә. Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта бейеүҙәр һалып, сәхнәләрҙә сығыш яһай инек. Думбыра, ҡумыҙҙа ла әсәйем сиртергә өйрәтте.

Мин ҡәҙерле кешем менән ғорурланам. Рәхмәт, әсәй, ике ҡыҙым, тип өҙөлөп, яратып торғаның өсөн!

 

Сөмбөл ЙОСОПОВА.

Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.

 

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас