+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Яугир әсәләре менән осрашыу

Беҙҙең Йөҙимән мәктәбендә күркәм, мәртәбәле сара - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәләре, тормош иптәштәре менән осрашыу ойошторолдо. Унда мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Яугир әсәләре менән осрашыуЯугир әсәләре менән осрашыу
Яугир әсәләре менән осрашыу
Тантаналы ла, йылы ла уҙҙы осрашыу. Əсәйҙәр өсөн уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары концерт номерҙарҙы күрһәтте. Шулай уҡ сәй табыны ла әҙерләнгән ине.
Осрашыу барышында яугирҙарҙың әсәйҙәре улдары хаҡында ентекләп һөйләп, уларҙың яуҙа күрһәткән батырлыҡтарын әйтеп үттеләр. Был илһөйәр егеттәрҙең барыһы ла матур тәрбиә алып, уңышлы уҡып сығып, һөнәрҙәр үҙләштереп, тормоштарында үҙ юлын тапҡандар. МХО иғлан ителгәс, яҡташтарыбыҙ тәүгеләрҙән булып Тыуған ил именлеге һағына баҫалар. Бөгөнгө һынылышлы дәүерҙә ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып ил һағында торған геройҙарға мең рәхмәтлебеҙ.
“Уҡыусыларға теләк бер генә – тырышып уҡығыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ, һис бер эштән ҡурҡмағыҙ. Изгелекле булығыҙ, сәләмәт тормош алып барығыҙ һәм мотлаҡ спорт менән шөғөлләнегеҙ”, – тип изге теләктәрен еткерҙе яугирҙарҙың әсәләре. Килгән ҡунаҡтарыбыҙға һәм сарала ҡатнашҡандарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ҡырҙа йөрөгән ир-егеттәребеҙ иҫән-һау, үҙ аяҡтарында ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар. Әсәйҙәргә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон, бәхетле ғүмер юлы кисерергә яҙһын!
 
Инзира ВӘҒИЗОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Ғәйфулла Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбе.
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас