

Әле яңы ғына, 1 сентябрь көнө, мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән беҙ, бәләкәй, аҡыллы ҡыҙҙар һәм малайҙар, үҙебеҙҙең беренсе ҡаҙаныштарҙы байрам итте.
Хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел түгел. Әммә беҙ тырышабыҙ. “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”, – ти башҡорт мәҡәле. Булдырҙыҡ! Бөгөн беҙҙең синыфтағы барлыҡ балалар ҙа уҡый, яҙа, иҫәпләй белә.
Яратҡан уҡытыусыбыҙ Лариса Алис ҡыҙы Вәлшинаны, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе ошо, балалар өсөн бик мөһим булған, байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Мәктәп тормошонда тағы ла ҙур еңеүҙәр һәм күңелле саралар беҙҙе ҡыуандырып торһон!
Самир ДҮШӘНБАЕВ,
I”А” синыфы уҡыусыһы,
Өфө районы,
Шамонин мәктәбе.