+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Бик матур сара булды

Талбазы ауылы лицейында «Пушкин балы» үтте. Александр Пушкин ижадына арналған сарала IX — XI синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Бик матур сара булдыБик матур сара булды
Бик матур сара булды

XIX быуат стилендә кейенгән ҡыҙҙар һәм егеттәр Иоганн Штраус, Пётр Чайковский музыкаһына вальс бейене. Бөтәһенә лә Аида Семенова менән Яна Павлованың пианинола уйнаған Иоганн Моцарттың «Родо аля турка» көйө оҡшаны. Шулай уҡ уҡыусыларҙың һөйләгән шиғыр һәм яҙыусының әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе барыһы ла яратып тыңланы. Балда ҡатнашыусылар шулай уҡ шағир тормошонан өҙөк сәхнәләштерҙе. Барыһы ла үҙҙәренең ролдәрен бик оҫта итеп уйнаны. Улар — Таһир Усманов, Руслан Рафиҡов, Тимур Лысенко, Элина Фәтҡуллина, Данис Һатлыҡов, Радим Хисаметдинов, Радмилла Әбдрәхимова, Артур Аҡбашев, Азалиә Зөбәйҙуллина, Ләйсән Әбдиева, Яна Павлова, Аида Семенова, Артур Хәлилов һәм Сармат Ғәлиев.

Был сарала шулай уҡ төрлө күңелле минуттар бәйгеһе ойошторолғайны. Бар уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Айырыуса Таһир Усманов менән Азалиә Зөбәйҙуллина маҡтауға лайыҡ. «Нескә бил» ярышында X «А» синыфы уҡыусыһы Ләйсән Әбдиеваға етеүсе булманы, уның бил үлсәме — 53 сантиметр. Артабан «Бейек үксә»лә Радмилла Әбдрәхимова еңһә, «Иң таҙа аяҡ кейеме»ндә Тимур Лысенкоға етеүсе булманы. «Иң матур, килешле сәс» еңеүселәре булып, һоро сәстәр араһында X «Б» синыфы уҡыусыһы Яна Павлова менән IX «А» синыфы уҡыусыһы Розалина Сәйфуллина булһа, һары сәстәр һылыуы — IX «А» синыфы уҡыусыһы Яна Летягина. Ә бына «Иң зауыҡлы егет» бәйгеһендә ҡатнашыусылар бар килгән ҡунаҡтарҙы, жюри ағзаларын уйланырға, баш ватырға мәжбүр итте. Шулай итеп, был ярышта X «Б» синыфы уҡыусыһы Таһир Усманов еңеп сыҡты.

Бал аҙағында король һәм королева билдәләнде. Жюри ағзалары бер тауыштан X «Б» синыфы уҡыусыһы Сармат Ғәлиевты бал короле тип таныһа, ә инде королева титулын X «А» синыфы уҡыусыһы Элина Фәтҡуллина яуланы.

 

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы.

Бик матур сара булды
Бик матур сара булды
Бик матур сара булды
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас