+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Күҙ нурым

Әсәйемдең исеме – Ләйсән. Яҙҙың тәүге ямғыры һымаҡ ул да беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләп тора.

Күҙ нурымКүҙ нурым
Күҙ нурым

Уның шөғөлдәре бихисап. Бейергә, сәйәхәт итергә ярата. Студент саҡтан алып бейей. Был шөғөлөн һаман да дауам итә. Әле яңыраҡ Ырымбур ҡалаһында ансамбль менән сығыш яһап, Гран-при яуланылар. Матур итеп кейемдәр ҙә тегә, улары күҙҙең яуын алып ҡына тора.
Төп һөнәре, әлбиттә, логопед. Балалар баҡсаһында бәләкәстәр яҡшы һөйләшһендәр өсөн бар көсөн һала. Беҙгә, балаларына ла, иғтибарын бүлә, тәмле ризыҡтары менән һыйлай.
Әсәкәйем-күҙ нурым! Һине байрамың менән ҡотлайым!

Айгөл ХИСАМЕТДИНОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас