+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Әлдә һин бар!

Әсәйҙәр байрамы үтеп китте. Был көндө мин һәр саҡ көтөп алам. Иң ҡәҙерле кешемдең байрамы бит!

Әлдә һин бар!Әлдә һин бар!
Әлдә һин бар!

Мин әле туғыҙынсыла уҡыйым. Беҙҙең өсөн яуаплы осор, дәүләт имтихандары көтә, уға әҙерлек бара. Уҡытыу­сылар белем яғынан ярҙам итһә, күңелдә ҡур­ҡыу, икеләнеү той­ғоһо кисергәндә әсәйем янына барам. Минең өсөн иң яҡын кәңәшсе ул. Ҙур һорауҙы ла бәләкәй өлөштәргә бүлеп аңлата һала. Бер ҙә әҙер яуаптар бирмәй, үҙемә лә уйланырға ҡуша. Үҙенең белмәгәне юҡ! Уға ҡарап һоҡланам, ғорурланам!
– Мин һиңә биргән кәңәш бер генә ярҙам итер, ә фекерләй белеү ғүмер буйы тоғро юлдашың булыр, – ти әсәйем.
Әсәйле булыу рәхәт. Бәхет. Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем! Әлдә һин бар донъяла!

Зөлхизә ИСҠУЖИНА, йәш хәбәрсе.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәп.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас