

Сараға әкиәттән Белмәҫйән килеп, балаларға ҡыш тураһында йомаҡтар ҡойҙо. Кескәйҙәргә ҡыйыҡта йәшәүсе Карлсон да инеп сыҡты, ул ҡатнашыусыларга күңелле бейеү бүләк итте, бергәләп тылсымлы аквариумды ла йыйҙылар. Ә Кикимора малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы шаян туп менән уйнарға өйрәтте, хайуандарҙы тауыштары буйынса билдәләргә ярҙам итте. Тәрбиәләнеүселәр «Ҡар бөртөктәре» уйынын уйнап, йәйҙе иҫкә алды һәм сәскәләрҙе һүрәттәр буйынса билдәләне.
Китапхана эргәһенән үтеп барған Ҡыш Ббабай, көлөү һәм көй-моң ишетеп, байрамға күҙ һалырға булған. Ул балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙы. Байрам өсөн Рәсәй балалар фондының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенә һәм "Мальвина" ойошмаһына гәзит аша рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Елена КОТОВА, Роза МАРКИНА.
Өфө ҡалаһы.