+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Кеше үҙ көсөнә ышанысын юғалтмаҫҡа тейеш

«Юлаевсы» үҫмерҙәр клубында Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған сара үтте. Уны беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.

Кеше үҙ көсөнә ышанысын юғалтмаҫҡа тейешКеше үҙ көсөнә ышанысын юғалтмаҫҡа тейеш
Кеше үҙ көсөнә ышанысын юғалтмаҫҡа тейеш

«Тигеҙ мөмкинлектәр өсөн» тип аталған танып белеү сәғәтендә алып барыусы был көндөң килеп сығыу тарихы менән таныштырҙы. Балалар Брайль шрифты менән баҫылған китаптарҙы ғәжәпләнеп тотоп ҡараны. Насар күргән кешеләр рельефлы-нөктәле шрифт менән уҡый һәм яҙа икән.

Әңгәмә барышында яҡташыбыҙ, паралимпия уйындары еңеүсеһе Ирек Зариповтың тормошо хаҡында ла һөйләнеләр. Һәр кеше үҙ көсөнә ышанысын юғалтмаҫҡа тейеш, тигән һығымтаға килде балалар.

 

Анна ЕГОШИНА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.

Өфө ҡалаһы.

Кеше үҙ көсөнә ышанысын юғалтмаҫҡа тейеш
Кеше үҙ көсөнә ышанысын юғалтмаҫҡа тейеш
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас