

Ошо көн хөрмәтенә Өфөләге “Фристайл” үҫмерҙәр клубына генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнешле отрядтан ҡунаҡтар килде. «Максимус» һәм «Грек» позывнойлы махсус хәрби операция ветерандары менән әңгәмә бик йылы үтте.
Спецназда иң етеҙ, иң сыҙамлы яугирҙар хеҙмәт итә. Мәҫәлән, “Максимус” – крап береты эйәһе. Был баш кейемен алыу еңел эш түгел! Крап беретына имтихан бөтә махсус подразделениелар араһында иң ҡыйындарҙың береһе тип һанала.
Геройҙарыбыҙ балалар өсөн батырлыҡ дәресе үткәрҙе, үҙҙәренең хеҙмәте хаҡында һөйләне. Үҫмерҙәр һоҡланып тыңлап ултырҙы. Беҙ ҡунаҡтарыбыҙға һабаҡтары һәм йәштәрҙе илһамландырғандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Лилиә САФИНА.