+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
12 Декабрь 2025, 15:15

Өфөнән ҡунаҡтар килде

«Сибай» 3-сө республика полилингваль күп профилле интернат-гимназияһында фәһемле һәм ҡыҙыҡлы осрашыу үтте.

Өфөнән ҡунаҡтар килдеӨфөнән ҡунаҡтар килде
Өфөнән ҡунаҡтар килде

Белем усағына Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Рәсим Солтангәрәев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, әҙәби музейҙың ғилми хеҙмәткәре Гөлсәсәк Саламатова, күргәҙмә бүлеге мөдире Луиза Хажиевалар ҡунаҡҡа килгәйне. Улар X cиныф уҡыусылары өсөн фронтовик яҙыусыларға арналған дәрес-лекция үткәрҙе, унан һуң инде V синыф өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
— Ҡунаҡтарҙы көтөп алдыҡ. Осрашыу ныҡ оҡшаны. Дәрес-лекция унынсыларҙың уҡыу программаһына индерелгән «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте» темаһына тура килеүе менән отошло ине. Гөлсәсәк Саламатованың уны мауыҡтырғыс итеп алып барыуы башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы тағы арттыра төшкәндер, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова.
Сараның икенсе өлөшө – оҫталыҡ дәресендә бишенселәр Луиза Хажиева менән бергәләп бетеү эшләү серҙәренә төшөндө. Әйткәндәй, Әсәй­ҙәр көнөнә бүләк эшләү идеяһын Әлнисә Кәримова-Алдырханова индергән.
Осрашыу аҙағында:
— Милли музей хеҙмәткәрҙәренә бай материалдары, тәрән йөкмәткеле сығыштары, һоҡланғыс оҫталыҡ дәрестәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, тағы ла осрашыуҙы көтөп ҡалабыҙ. Был сараларҙы миңә юғары кимәлдә үткәреүҙә директорыбыҙ Нияз Ғибәҙәт улы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы, синыф етәкселәре Гөлмәрйәм Зөбәйер ҡыҙы, Гөлшат Юлай ҡыҙы, Вәзирә Борхан ҡыҙы, Гөлфиә Хәмитйән ҡыҙы, Зәлиә Вәкил ҡы­ҙы ярҙам итте, – тине Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы.
Ысынлап та, балалар өсөн тәрбиәүи йәһәттән бындай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Сөнки уҡыусылар алдынғы ҡарашлы замандаштары менән осрашып ҡына ҡалмай, үҙҙәренә яңы мәғлүмәт туплай, күңелдәренә рухи орлоҡ һала.



Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас