+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
12 Декабрь 2025, 07:15

«Йәншишмә» гәзите менән дуҫ булғым килә

Беҙҙең мәктәптә һалдаттарға хат яҙыу акцияһы йыш ойошторола. Директорыбыҙ Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева — «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Уҡыусыларҙы ла төрлө сараларға йәлеп итеп, ҡыҙыҡһындырып ҡына тора.

«Йәншишмә» гәзите менән дуҫ булғым килә«Йәншишмә» гәзите менән дуҫ булғым килә
«Йәншишмә» гәзите менән дуҫ булғым килә

Мәктәптә яугирҙарға маскировка селтәре үрәбеҙ. Унда ауылдың бар халҡы ла ихлас ҡатнаша.

Әле минең айырым бер сара хаҡында яҙып үткем килә. Ул матур осрашыу күңелемдә иҫ киткес хәтирәләр ҡалдырҙы. Был мәл өсөн директорыбыҙға ныҡ рәхмәтлемен. Әлдә генә ул мине алып барған, тип ҡыуанып бөтә алмайым. Баймаҡтағы үҙәк китапханала уҙған яҡташыбыҙ Зөһрә апай Хәкимованың «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабының исем туйында ойошторолған «Өскөл хаттар» акцияһында ҡатнаштым. Сара шул тиклем матур ойошторолғайны, беҙ, уҡыусылар, ихлас яугирҙарға хаттар яҙҙыҡ. Хатта яҙған хатымды барыһы алдында ҡысҡырып уҡығанда телевидениеға төшөрҙөләр. БСТ-ғы яңылыҡтарҙа үҙемде күреп ҡыуандым. Быға тиклем китап исем туйында булғаным юҡ ине. Ә бит сара уҡыусылар өсөн дә бик мөһим икән. Китапҡа ҡарата һөйөү уяна, ҡыҙыҡһыныу башлана. Тағы ла  сара бәхетле минуттар ҙа бүләк итте. Китаптың авторы яуҙа булған Рөстәм ағайға бүләк биреүҙе миңә йөкмәтте.  Бик тулҡынландырғыс мәл булды, ағайға ҙур рәхмәтемде әйттем. Был тойғоно яҙып ҡына булмай, үҙең кисерергә кәрәк…
Был китаптың исем туйында ҡатнашыуым, унда кисергән бай, матур тәьҫораттар өсөн авторға ла рәхмәтемде еткерәм. Зөһрә апайҙың балаларҙы яратыуына, һәр беребеҙгә йылы һүҙҙәрен әйтеп, ҙур иғтибар бүлеүе ныҡ һоҡландырҙы. Хәҙер журналист апайҙы яратып,  «Йәншишмә» гәзитендә нығыраҡ яҙышҡым килә. Сөнки был сара мине ныҡ ҡанатландырҙы.

Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы, һеҙгә һаулыҡ теләйем. Гел шулай балалар кеүек йылмайыуығыҙ йөҙөгөҙҙән китмәһен. Һеҙҙең икенсе китабығыҙҙы көтәбеҙ. Һис шикһеҙ, тағы осрашырбыҙ матур һәм ҙур сарала, тип ышанам һәм өмөтләнәм.


Нургизә ХӘСӘНОВА, VII cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ярат мәктәбе.

«Йәншишмә» гәзите менән дуҫ булғым килә
«Йәншишмә» гәзите менән дуҫ булғым килә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас