Ә тәбиғәте ниндәй уның? Ҡалын урмандары, киң болондары, таҙа һыулы шишмәләре, йылғалары, күлдәре... Урмандарҙа зифа буйлы ҡайындар, ғорур имәндәр, ҡарағайҙар, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫә. Йәй булһа, тәмле еләк, көҙ көнө бәшмәк йыйып кинәнәбеҙ. Хайуандар донъяһы ла бай беҙҙә: айыуҙар, хәйләкәр төлкөләр, йүгерек ҡуяндар, егәрле терпеләр. Һәр миҙгел үҙенсә матур.
Республикала бик күп милләт халҡы дуҫ йәшәй. Был да ҙур байлығы республикамдың.
Гүзәл Башҡортостанда тыуыуым менән хаҡлы рәүештә ғорурланам. Тыуған төйәгем – баш илем. Йырсы шишмәләрҙең дә, оҙон юлдарҙың да башланған төп сығанағы була. Минең Башҡортостаным – оло донъяға алып сығыр яҙмышымдың ишеге ул! Илем сабый сағымдан уҡ үҙ ҡосағына ала. Аң бирә, тәм татыта, еҫ айырта, яҙмыш һынауҙарында сыныҡтыра.
Табандарым тупраҡ йылыһын Стәрле ерендә тойҙо. Мәғрур шихандар тирбәтеүендә тыуған ҡаламдың йоҡоһо тыныс. Ашҡаҙарым ил тарихын һөйләп ағыуынан туҡтамай. Бына нисәмә быуын уның танһыҡ моңо аҫтында үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫа.
Бөгөнгө ҡаламдың күркәмлегенә кемдәр генә һоҡланмай! Фонтандары, музейҙары, шифаханалары, уҡыу йорттары менән дан тота бишегем. «Сода», «Авангард», «Синтетик каучук» кеүек заводтары илебеҙ ҡеүәтен, халҡыбыҙ тормошон яҡшыртыу өсөн көнө-төнө эшләй. Ҙур йөрәкле эшһөйәр, батыр милләттәштәрем бер ваҡытта ла һынатмай.
Мин үҙ гербы, үҙ флагы булған Башҡортостанда йәшәүем менән бәхетле. Дәүләт гимныбыҙҙа республикамдың йөҙөн баһалаусы юлдарҙы ҡабатлап, ғорурлыҡ хистәре кисерәм:
Башҡортостан, һин хөрмәтле,
данлы ил,
Еңеү яулап алға бараһың.
Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә
Һинең ғорур рухлы байрағың...
Эйе, башҡорт – ғорур рухлы милләт! Ата-бабам иркен яҡлап ниндәй генә яуҙарҙа ҡатнашмаған! Ерен һаҡлап ҡорбан булған батырҙар һөйәге ҡайҙарға ғына сәселмәгән! Әлеге ваҡытта барған махсус хәрби операцияға республика халҡы дәррәү ҡушылды, аҫыл ир-аттарыбыҙ тыныслыҡ һағында тора. Еңеү беҙҙең яҡта буласағына ышанабыҙ.
Бөгөн тыуған бишегемдә йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре берҙәм, татыу ғаилә хәлендә йәшәй һәм ең һыҙғанып эшләй. Был ғәзиз халҡымдың күңел һәм рух байлығынан килә. Юғары әхлаҡ, моң һәм ғәм, йыр һәм бейеү, сәсәнлек, ғәскәри талант, ватансылыҡ һәм дәүләтселек кеүек аҫыл сығанаҡтарҙан йәшәү дәрте һәм көс алып йәшәгән халҡым һис кенә лә милләттәр ыҙғышына юл ҡуймаясаҡ!
Тыуған илем – алтын бишегем! «Тыуған ер – яҡын, Тыуған ил – алтын» тигән һүҙҙәргә ниндәй ҙур мәғәнә һалынған. Ҡиммәтле таш менән сағыштырылған ил баһаһы. Һыйындырыр Тыуған иле булған кеше донъяла иң бәхетлеһе! Әсәкәйемдең сәңгелдәк йыры аша илемә, халҡыма, туған телемә һөйөү тәрбиәләнгән. Ололарҙы оло итеү, кеселәргә кеселекле булыу күкрәк һөтө аша бирелгән. Ҡасандыр ошо бишек йырын атай-әсәйемә үҙ әсәһе көйләгән. Шулай быуаттар буйы был сәңгелдәк йыры өҙөлмәй яңғырай килә. Ошо тылсымлы моң менән үҫкән балалар илһөйәрлеген, телһөйәрлеген күңелдәренән мәңге уңдырмаясаҡ! Үҙ балаһы теленән мәхрүм иттереп, икенсе милләт телендә уҡытыуға ғаризалар яҙған әсәйҙәр ҡулын мәлендә туҡтатҡым килә. Сабый бишегенән, илем бишегенән яҙмайыҡ!
Әлеге көндә Башҡортостан – ныҡ үҫешкән сәнәғәт тармаҡтары булған етеш республика. Алтын бишегем төрлө предприятиелары, транспорт селтәре, мәҙәниәт усаҡтары менән дан ҡаҙана.
Илемдең иң төп алтын хазинаһы – гүзәл күңелле кешеләре. Тыуған республикамдың халҡы уңған, йор һүҙле, намыҫлы, кешелекле. Тос башаҡлы иген үҫтереүселәр, милләт һаулығы өсөн көрәшеүселәр, офоҡтарға тоташыр йорттар һалыусылар, Салауат, Шайморатов генерал тоҡомон дауам итеүселәр илем бишеге тирбәлеүен хәстәрләүгә бар көсөн һала. Шөһрәтле шағирыбыҙ Шәриф Бикҡол әйткәнсә:
Башҡортостан – көмөш бишек кенәм,
Хыялдарым күккә ашҡан ер.
Өлөшөмә төшкән бәхет кенәм,
Яҙғы даръя булып ташҡан ер...
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәрим раҫлағанса, «минең тупраҡташтарым тамырҙарында тыуған ерҙең татлы һәм әсе һуттарынан барлыҡҡа килгән ҡан аға». Эйе, ул ҡан һис ҡасан да һыуынмаҫ һәм ойомаҫ!
Башҡорт милләтенәнмен,
Бар шәжәрәм, ораным.
Ҡосағында бәүелтә
Әсәй – Башҡортостаным...
Бишегебеҙ бауҙары ныҡ булһын, сәңгелдәк йыры башҡарыр әсәйҙәребеҙ рухы мәңге һынмаһын! Башҡортостанымда сыныҡҡан ул-ҡыҙҙар һис һынатмаҫ. Яҙмыш ишегебеҙҙең күгәндәре тыуған төйәгебеҙгә ныҡлы ҡағылған. Уны һурып алдыртырға бер кемгә лә юл ҡуймаҫбыҙ.
Нәргизә АСЫЛБАЕВА,
XI синыф уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
23-сө күп профилле
полилингваль мәктәп.