+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
22 Декабрь 2025, 04:50

Герой исеменә тап төшөрмәҫбеҙ!

“Йәйғор” балалар баҡсаһында ҡыуаныслы һәм һоҡланғыс тантана үтте. “Лилиә” өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре шайморатовсылар сафына алынды! Бәләкәстәр шайморатовсы исемен лайыҡлы йөрөтөргә, илебеҙҙе һәм телебеҙҙе яратып, тыуған еребеҙҙең тоғро улдары һәм ҡыҙҙары булып үҫергә ант итте.

Герой исеменә тап төшөрмәҫбеҙ!Герой исеменә тап төшөрмәҫбеҙ!
Герой исеменә тап төшөрмәҫбеҙ!

Йәш шаймортовсыларҙы мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Фәрит ҡыҙы Кәримова, методик бүлек мөдире Рәмзиә Хөрмәт ҡыҙы Ильясова, мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү методисы Ләйсән Басир ҡыҙы Рыҫҡолова, балалар баҡсаһы мөдире Ләйсән Фларит ҡыҙы Галянова ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

1-се Аҡъяр мәктәбенең шайморатовсылар синыфы уҡыусылары ла кескәй дуҫтарының шатлығы менән уртаҡлашты. Шулай уҡ был тантаналы саранан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Балаларының шайморатовсы исеменә ант биреүен берсә ҡыуанып, берсә ғорурланып тыңланы улар.

Яңы асылған төркөмдә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләүҙә даими эш алып барыласаҡ. Киләсәктә шайморатовсыларҙың легендар геройыбыҙҙың исеменә тап төшөрмәй, илебеҙҙең ысын патриоттары булып үҫеүҙәренә ышанабыҙ.

 

Йәмилә ХӘЙБУЛЛИНА,

“Йәйғор” балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы.

Хәйбулла районы,

Аҡъяр ауылы.

Герой исеменә тап төшөрмәҫбеҙ!
Герой исеменә тап төшөрмәҫбеҙ!
Герой исеменә тап төшөрмәҫбеҙ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас