

Байрамса биҙәлгән зал балаларҙы күңелле Яңы йыл музыкаһы һәм сағыу уттар менән ҡаршы алды. Кескәйҙәр матур, ғәжәп, шат күңелле урман йәнлектәренә һәм әкиәттәге персонаждарға әүерелде. Ҡарһылыу, Ҡыш бабай, Маша һәм Айыу менән матур шыршы янында күңел астылар. Хатта Ҡыш бабайға һәм Ҡарһылыуға байрам шыршыһында уттарҙы ҡабыҙырға ярҙам итте балалар.
Күңелле йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр ҡараныҡ, кескәйҙәр уйнаны һәм шиғырҙар һөйләне. Һуңынан Ҡыш Бабай һәр балаға Яңы йыл бүләген тапшырҙы һәм иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Ләйсән БОҪҠОНОВА.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.