+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Декабрь 2025, 06:54

Атайҙар иҫән-һау ҡайтһын!

Һаумыһығыҙ, "Йәншишмә" гәзитендә эшләгән ағай-апайҙар! Мин һеҙгә бер тапҡыр атайым тураһында яҙғайным инде.

Атайҙар иҫән-һау ҡайтһын!Атайҙар иҫән-һау ҡайтһын!
Атайҙар иҫән-һау ҡайтһын!

Ул әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Атайым - "Томан" позывнойлы яугир-артиллерист, Хәйбулла районы батыры. Уның менән ғорурланам: батырлыҡтары өсөн "За отвагу", "Участнику специальной военной операции", "За боевые отличия" һәм Жуков миҙалдары менән ҙурланылар.

Атайымдың имен-һау ғына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, әсәйем менән көтәбеҙ. Яңы йылға минең бер генә теләгем: тиҙерәк һуғыш бөтөп, бөтә балаларҙың атайҙары иҫән ҡайтһын.


Сынбулат ТОМАНШИН,
Баймаҡтағы 4-се лицейҙың IV синыф уҡыусыһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас