Уның авторы — Константин Ярин. Костя бабай тәүҙә кәрәкле бейеклектә ҡарҙы һауытҡа тултырып ҡатыра. Шунан ошо ҡатҡан ҡарҙан ипләп кенә бысаҡ менән Ҡар бабайҙы яһай.
Матур итеп эшләнгән Ҡар бабай бына шулай ауылыбыҙҙы йәмләп ултыра. Оҫта ҡуллы Костя бабайға рәхмәт, уға һаулыҡ теләйбеҙ!
Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.