-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Декабрь 2025, 12:37

Риф Мөсәбир улы иҫтәлегенә

Баянһыҙ йыр буламы инде! Ә беҙ был музыка ҡоралы хаҡында яҡшы беләбеҙме? Бына ауылдашыбыҙ, Учалы районының почетлы гражданы Риф Шәрипов ҡулында баян өҙҙөрөп моңлана ине.

Риф Мөсәбир улы иҫтәлегенә
Риф Мөсәбир улы иҫтәлегенә

Уның иҫтәлегенә Ураҙ ауылы китапханыһында хәтер кисәһе үтте. Оҫта баянсы ине Риф Шәрипов. Ҡунаҡҡа композитор Рәмил Ғимранов, баянсылар Илгиз Йомағужин, Закир Ғарипов, ауылдаштары, хәләл ефете Ынйы Солтанова килде. Барыһы ла йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Республика мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән Риф Мөсәбир улын онотмайбыҙ.

– Ошо хәтер кисәһенә килгән барлыҡ ижадташ. дуҫтарына, ауыр саҡта бергә булған төркөмдәштәремә, матур сценарий әҙерләп, сараны алып барыусыларға айырым рәхмәтемде еткерәм, – тине Ынйы ханым. – Рухы ҡыуанһын, ул мәңге беҙҙең күңелдәрҙә!

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас