Байназар урта мәктәбендә хоккейға ҙур иғтибар бирелә.
Ошо көндәрҙә үҙебеҙҙең боҙ майҙансығында һуғышта һәләк булған ауылдашыбыҙ, "Ҡаһарманлыҡ ордены" кавалеры Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин иҫтәлегенә хоккей турниры булып үтте. Был ярыш 9-сы йыл рәттән үткәрелә. Байназар урта мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев тантаналы рәүештә турнирҙы асҡандан һуң, Филүс Нурғәлиндың әсәһе Таңһылыу апай Нурғәлина хоккейсыларға изге теләктәрен еткерҙе, батырҙы онотмай, йыл һайын ярыш үткәрелеүенә рәхмәт һүҙҙәре әйтте.
Быйылғы турнирҙа райондан бөтәһе 4 команда ҡатнашты. Ярыш бик сәмле барҙы. Көнө буйы яуып торған ҡар ҙа уйынсыларға ҡамасаулай алманы. Был көсөргәнешле ярышта Филүс Нурғәлин кубогына Яңы Усман ауылының "Тарыуал" командаһы лайыҡ булды. II урынды – "Байназар-1" йәштәр командаһы, III урынды Иҫке Собханғол ауылының "Бөрйән айыуҙары" командаһы алды. "Байназар – 2" уҡыусылар командаһы IV урынға лайыҡ булды. Командаларға маҡтау ҡағыҙҙары,миҙалдар тапшырылды.
Байназарҙан Илназ Теләүсин – "Иң шәп голкипер", Яңы Усмандан Морат Ишморатов – "Иң яҡшы һөжүм итеүсе", Иҫке Собханғолдан Рамазан Барыев "Иң шәп һаҡсы" исемдәрен алды.
Беҙгә сәмле, матур ярыш бүләк иткән уйынсыларыбыҙға алдағы ярыштарҙа ла уңыштар юлдаш булһын!
Диана Теләүсина,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.
Фото: com.