-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

90 йәшен билдәләне

 Ғәйшә Ғабдулхай ҡыҙы Учалы районы Ҡалуй ауылында 1935 йылдың 20 декабрендә ғаиләлә баш бала булып донъяға килә. Үҫмерлек осоро ауыр һуғыш йылдарында үтә.

90 йәшен билдәләне
90 йәшен билдәләне

Башланғыс синыфта уҡыған саҡта ике ауыл көтөүен көтөп, оло ағайҙар менән бесәнгә йөрөй торған булған. "Әсәйем биҙрәләргә йомортҡа тултырып, оло апайҙарға эйәртеп баҙарға ебәрә ине. Мәктәпте тамамлағас, артабан да уҡырға теләгем бар ине, ләкин хыялым тормошҡа ашманы", - ти ул. Ғәйшә инәй колхозда эш башлай. Егерме бер йәшендә Ғәлиәхмәр ауылы егете Салауат Мәғәфүров менән сәстәрен сәскә бәйләп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫалар. Заманаһы ауыр булһа ла, алты балаға ғүмер бирәләр.
"Бер һыйырҙан артыҡ һыйыр тоторға яраманы, йомортҡа, һөт, майҙы колхозға тапшыра инек. Ҡомалаҡтан икмәк һалып ашаныҡ, күпләп ҡош-ҡорт, ҡуян, кәзә тоттоҡ. Яҙғыһын кәзәне, ҡуянды тарап, йөнөн эшкәртеп шәл, косынкалар бәйләй инек. Балаҫ һуғырға ла өйрәндем. Колхоздан эш хаҡы аҙ булды, тормош иптәшем һунар итте: төлкө, бүре тиреһен эшкәртеп, баҙарға алып барып һата инек. Гөрләтеп донъя көттөк, балаларыбыҙҙы үҙ аллы тошмошҡа аяк бастырҙыҡ. Ләкин иптәшем 54 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте. Донъя ауырлыҡтарына ҡарамай, артабан донъя көттөм, 70 йәшемә тиклем һыйыр, һарыҡ малы аҫырап, ҡорот һаттым" - тип һөйләй Ғәйшә инәй. Уның ҡоротон әле лә һораусылар бик күп. Ошо йәшендә лә шиғырҙар яҙып, боронғо көйҙәрҙе көйләп ултыра.
 Ғәйшә Ғабдулхай ҡыҙы "Әсәлек даны" миҙалы менән наградланған, "Һуғыш балалары" миҙалы эйәһе. Әлеге көндә балаларының изгелеген, 16 ейән-ейәнсәре, 21 бүлә-бүләсәһе шатлығын күреп, матур ғүмер итә.

 Айгүзәл ЙОСОПОВА.

Учалы районы.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас