+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Үҫмерҙәргә үрнәк

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти башҡорт халыҡ мәкәле. Шундай шәп егеттәрҙен береһе Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында йәшәй.

Үҫмерҙәргә үрнәкҮҫмерҙәргә үрнәк
Үҫмерҙәргә үрнәк

Раян Лутов Раил Әҡсән улы һәм Зиля Шиhaб ҡыҙы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Лутовтар – ун бала тәрбиәләп үҫтергән өлгөлө ғаилә. Раян Раил улының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Бәләкәй саҡтан техника менән ҡыҙыҡһына, мәктәптә уҡығанда уҡ рулгә ултыра, ауыл халҡына ер һөрә. Әлеге ваҡытта төҙөү эштәре менән шөғөлләнә: һыуыҡ йә ямғыр тип тормай, ҡыйыҡ баштары яба, өйҙәр төҙөкләндерә. Сит төбәктәрҙән дә ярҙам һорап килеүселәр бик күп.

Ҡыш көндәре Раян ағай юлдарҙа ҡар ҡалдырмай трактор менән таҙартып ҡуя. Ә йәйен ауыл халҡына бесән эшләй. Үләнде сабып, йыйып, матур итеп рулондарға төрөп, өйгә тиклем алып килеп ҡуя ул. Ағас эше менән дә шөғөлләнә. Оло ағай-апайҙарға утын ярып бирә.

Шундай шәп егеттәр менән беҙҙең ауыл үҫә, матурая. Үҫмерҙәр Раян Раил улынан үрнәк ала.

 

Сөмбөл ЙОСОПОВА.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас