-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Оҫта ҡуллы апай

Сигеү оҫтаһы Сәбилә Алмас ҡыҙы Нәҙершина Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында йәшәй. Әңгәмәләшергә уларға ҡунаҡҡа барҙым.

Оҫта ҡуллы апай
Оҫта ҡуллы апай

– Сигеү, тегеү, бәйләүгә әсәйемдән өйрәндем. Ул бик оҫта була торғайны. Ситтән генә ҡарап йөрөнөм, беренсе тапҡыр ҡулыма энә менән ҡайсыны бишенсе синыфта уҡығанда алдым. Бик ҡыҙыҡ хәл булды ул. Әсәйем өйҙә юҡ ине, бер күлдәген йәшереп алып сыҡтым. Ауылда беҙҙең бәрәңге баҡсаһы артында уҡ иген баҫыуы башлана инее. Иген бейек кенә булып үҫкән. Мин шунда инеп, яйлап ултырып теге күлдәкте киҫкеләп бөттөм. Ҡул энәһе менән теккән булдым инде. Әсәйҙән эләкте аҙаҡ. Ул саҡта апайҙа-инәйҙәр кис ултырырға йөрөйҙәр ине, бәйләргә өйрәнә башлағас, әсәйем мине лә ала башланы. Төрлө хәлдәр һөйләшеп көлөшәләр, үҙҙәренең йәш ваҡыттағы таҡмаҡтарын иҫтәренә төшөрөп алалар, һуңынан күстәнәстәр менән тәмле итеп сәй эсәләр...

Һуңғы осорҙа милли әйберҙәр эшләү теләге тыуҙы, ти Сәбилә Алмас ҡыҙы. Бик матур бит! Шулай итеп, ,,Ай ,Уралым, Уралым!” этнофестивалендә, ,,Тамға” халыҡ -ара оҫталар конкурсында һәм башҡа бәйгеләрҙә призлы урындар алған. Ә 2019 йылда Өфөлә үткән ,,Алтын бишек” конкурсында еңеп, трактор алып ҡайтҡандар.

Оҫта ҡуллы апайға ярҙам һорап килеүселәр бик күп. Матур итеп башҡорт күлдәктәре, түшәктәр тегеп бирә ул. Беҙ ошондай егәрле апай-ағайҙарҙан үрнәк алып йәшәйбеҙ.

 

Сөмбөл ЙОСОПОВА.

Учалы районы.

 

Оҫта ҡуллы апай
Оҫта ҡуллы апай
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас