Кәрим Мөхәммәт улы Мостафиндың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Күпләп мал, ҡош-ҡорт тота. Йомош менән барһаң, бер ҡасан да, юҡ, тимәй, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Кәрим Мөхәммәт улы – ат йәнле кеше. Бәләкәй сағынан эттәрҙе һәм аттарҙы ярата икән. Ул аттарға матур-матур йүгән-ыңғырсаҡтар тегә. Көндөҙ өй мәшәҡәттәре менән булһа, кистәрен яратҡан шөғөлөнә тотона. Яһаған әйберҙәрен Ырымбур, Силәбе өлкәһенән дә килеп алалар. Был хаҡта гәзиттәрҙә лә яҙғандар, телевидение ла күрһәткән. Күп конкурстарҙа призлы урындар яулай, мәҫәлән, «Башҡорт аты»нда өс йыл рәттән беренселекте бирмәй.
Тормош иптәше Рәмилә Салауат ҡыҙы 30 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Өйҙә тик ултырмай хужабикә, биш һыйыр һауа, ағын эш итеп, Белорет баҙарына алып барып һаталар. Рәмилә апай заказға тәмле сәксәк тә бешерә. Баҡсалары сәскәгә күмелгән, матур итеп йәшәй улар. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, ике ейәнсәре һәм ике ейәненә һөйөнәләр. Беҙ, йәштәр, уларҙан өлгө алып йәшәйбеҙ.
Сөмбөл ЙОСОПОВА.
Учалы районы,
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.