Быйылғы уҡыу башынан гимназияла һәм районда иң әүҙеме беҙҙең синыф булды, тип шатланып һәм ғорурланып әйтә алам. Етәүебеҙ фәнни эш әҙерләп һынау тотҡайны. Синыфташтарым Айхан Ғималдинов һәм Азалиә Шәфиева «Халыҡ бейеүҙәре» темаһы менән уңышлы сығыш яһап, башланғыс синыфтар араһында II урын алды. Ә мин «Теле барҙың иле бар» темаһы менән башҡорт теле буйынса I урын алып ҡыуанғайным.
Ҡурайсы малайҙарыбыҙ Реналь Әхмәтйәнов менән Илмир Тәминдәров тирә-яҡты өйрәнеү йүнәлешендә Рәхмәт хаты алды. Олатаһы тураһында эҙләнеү эше башҡарып Илдар Хәсәнов тә шундай бүләккә лайыҡ булды. Синыфыбыҙҙа инглиз телен иң яҡшы белеүсе ҡыҙыбыҙ Әмирә Йәлилова инглиз теле буйынса ла уңышҡа иреште.
Ошондай ярыш, конкурстарҙа ҡатнашырға әйҙәп тороусы уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт! Киләсәктә лә һынатмабыҙ!
Тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Беҙгә киләсәктә лә тырышлыҡтың емештәрен күрергә яҙһын.
Әҙилә АҘНАБАЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.