Ир-егет – ил терәге. Илде һаҡлау элек-электән уның өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һаналған. Ата-бабаларҙан ҡалған данлы йоланы – илде һөйөү хисенә тоғро ҡалып, әле лә беҙҙең егеттәр илебеҙ именлеге һағында тора. «Офицерҙар» тигән совет фильмындағы йырҙа йырланғанса, Рәсәйҙә үҙ геройын иҫкә алмаған ғаилә юҡ. Хәҙер был һүҙҙәр һәр кемдең йөрәгендә яңғырай: «Ил һаҡсылары – беҙҙең арала».
Минең нәҫелемдә лә улар күп. Ҡарт олатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, үҙенең ҡурҡыу белмәҫ батыр икәнен күрһәткән. Ғәфур Уҫман улы Ғүмәров 1903 йылда Ҡолҡан ауылында тыуған. Ҡарт олатайым Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та фронтҡа китә. Ут эсенән иң яҡын дуҫын алып сыға. Ҡурҡыу белмәҫ, намыҫлы, ҡыйыу була ул. Еңеү көнөн Берлинда ҡаршы ала. Ҡарт олатайымды һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Еңеү миҙалы» менән бүләкләйҙәр.
Афған һуғышы ла беҙҙең ғаиләне ситләтеп үтмәй. Әле генә 18 йәше тулған егетте кем шунда барып эләгер, тип уйлаған? Минең бабайым Сәлим Сәйфетдин улы Вәлиев әрме сафына хеҙмәт итергә тип китеп, Афған һуғышына эләгә лә инде. Ул «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн», «Яугир-интернационалист билдәһе» һәм башҡа миҙалдар, ордендар менән бүләкләнде. Әлеге көндә Сәлим бабайым ғаиләһе менән Әлкәлә йәшәй.
Бөгөн дә донъя тыныс түгел. Махсус хәрби операция бара. Унда минең Заһир ағайым ҡатнаша. Ул 1993 йылдың 15 сентябрендә Ҡаранйылға ауылында тыуған. Бала саҡтан шаян, сос, ҡыйыу булып үҫә. Мәктәп йылдарында үҙен спортсы булараҡ таныта. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайта, ғаилә ҡора. Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Махсус хәрби операция башланғас, үҙе теләп һуғышҡа юлланды. «Беҙҙең кеүек ир-егеттәряуҙа йөрөгәндә, нисек түҙеп ултырырға мөмкин», – тип йыш ҡабатлай торғайны. Ул бүлек командиры, 6-сы парашют-десант ротаһының хәрби машинаһы командиры вазифаларын үтәй. Илебеҙҙе ҡыйыу һаҡлап, хәрби бурысын үтәгән саҡта Заһир ағайҙың ғүмере өҙөлә. Март айында ҡара ҡағыҙы килеп төшкәс, ышанманыҡ. Августа цинк табут ҡына ҡайтты тыуған йортона. Үҙе үлгәндән һуң Заһир Вәлиевҡа «Батырлыҡ өсөн» ордены бирелә. Уның төҫө булып Сафия исемле ҡыҙы ҡалды. Ул – беҙҙең йыуанысыбыҙ ҙа, шатлығыбыҙ ҙа. Бәләкәй Сафия атаһының фотоһына оҙаҡ ҡына текләп ултыра ла: «Һағындым, ҡасан ҡайтаһың?» – ти. Ошо ваҡытта өй эсен ауыр тынлыҡ солғап ала. Һәр кем өнһөҙ ҡала, әсәйем күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырыша.
Ауыл уртаһында обелиск тора. Яуҙа ятып ҡалған атай-олатайҙарҙың исемдәре ҡайып яҙылған унда. Улар араһында Ғәфүр ҡарт олатайымдың исем-шәрифе лә бар. Йыл һайын уҡыусылар барып иҫкә алып, ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һала. Обелискының бер мөйөшөндә Заһир ағайыма ла таҡтаташ асылды. Ул беҙҙе һәр ваҡыт ҡурсалап торған кеүек. Ҡараштары алыҫҡа төбәлгән...
Мин үҙемдең ғаиләмдә шундай ҡыйыу ил һаҡсылары булыуы менән сикһеҙ ғорурланам. Илебеҙ яугирҙарының ҡаһарманлығы, хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәре беҙҙең өсөн ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булып тора.
Зарина ВӘЛИЕВА,
XI синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы,
Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе.
Фото: com.