Кеше йәшәү менән үлем хаҡында ғүмер буйы уйлана. «Урал батыр» эпосында ла сағыла ошо төшөнсә. Урал батырҙың атаһы – Йәнбирҙе, әсәһе – Йәнбикә. Был ата-әсәнең исемдәре үк кешегә йән биреүсе заттар икәненә ишара. Йәнбирҙе менән Йәнбикә үлемдең ни икәнен дә белмәй йәшәй. Әммә үҙҙәре ҡош-ҡорт һәм кейектәрҙең үлеменә сәбәпсе, сөнки ризыҡ кәрәк. Ошоларҙы уйлап, Урал батыр үҫә төшкәс, «Көслөһөнә – көсһөҙө, үлем була түгелме?» – тигән һығымтаға килә. Үҙен борсоған һорауға яуап табыр өсөн ул төрлө йәнлек, ҡош-ҡорттарҙы кәңәшкә саҡыра. Ләкин улар йән эйәһенең мәңге йәшәүен хуп күрмәй. Берәү ҙә үлмәй йәшәһә, ер йөҙө йән эйәһе менән тулып, йәшәр ер, ашар ризыҡ, һулар һауа ҡалмаҫ, һыуҙар аҡмаҫ, шишмәләр урғылып сыҡмаҫ ине...
«Урал батыр» эпосында мәңгелектең мәғәнәһе бик асыҡ күрһәтелә, иҫкенең яңы менән алышынып тороуы, быуындар алмашыныуы, тәбиғәттең, тереклектең мәңге йәшәү рәүеше икәнлеге раҫлана. Донъяла мәңге ҡалыр эш – ул яҡшылыҡ эшләү. Кеше йәшәй һәм үлә. Әммә унан яҡшы исем, яҡшы эш ҡала икән – ул инде мәңгелек.
Урал батырҙың исеме лә үлемһеҙ, сөнки ул яуыз дейеүҙәрҙе, аждаһа-йыландарҙы ҡыйратып ташлай, кешеләрҙе тотҡонлоҡтан ҡотҡара. Йәншишмәне табып, һыуын уртлап, Урал батыр уны бөтә тирә-яҡҡа бөркә, тәбиғәттең мәңге тере булыуын теләй, әлбиттә. Бына нимә ти ул халыҡҡа: «Мин – бер кеше, һеҙ – күп кеше, мин түгел, ә ер-һыу үлемһеҙ булһын, ерҙә кешеләр шат, рәхәт йәшәһен»!
Батыр үҙе донъя ҡуя, әммә тәбиғәт мәңге тере ҡала.
Халыҡ Урал батырҙы хөрмәтләп ерләгән, ти. Уның ҡәбере өҫтөнә һәр кеше берәр ус тупраҡ һалыуҙан ҙур бер тау барлыҡҡа килгән. Тауҙы Уралтау тип атағандар. Бер заман ер йөҙөндә йәнлек, кешеләр бик күбәйеп, торор ер, эсәр һыу етмәй башлағас, Урал батырҙың улдары Иҙел, Яйыҡ, Һаҡмар, Нөгөш, ҡылыс менән ерҙе уя сабып, шишмәләр сығарып, үҙҙәре йылға булып ағып киткән, ти.
Урал батырҙың улдары ла ер-һыу күрке, мәңге йәшәү өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән. Халыҡ йырында әйтелгәнсә, ир-егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә. Ана, шулай итеп, эпоста кешегә дан йырлана. Ошо күҙлектән ҡарағанда, был ҡобайыр, минеңсә, бик фәһемле бөйөк әҫәр!
Данир ҒИЛӘЖЕТДИНОВ.
Краснокама районы,
Яңы Аҡтанышбаш ауылындағы
Хәнәфи Нурғәлиев исемендәге мәктәп.