-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һәр ҡайҙа ла һынатмаҫҡа тырышабыҙ

Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө баш­ҡорт интернат-гимназия уҡыусылары «Беренселәр хәрәкәте»нең әүҙемдәре менән «Изге эштәр аҙналығы» акцияһында ҡатнашты. Улар ете йүнәлеш буйынса төрлө сараларҙа үҙҙәрен һанап ҡараны.

Һәр ҡайҙа ла һынатмаҫҡа тырышабыҙ
Һәр ҡайҙа ла һынатмаҫҡа тырышабыҙ

 Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға VI, VIII, XI синыф уҡыусылары минең етәкселектә хеҙмәт уҡытыусыһы Рәзилә Миҙхәт ҡыҙы, китапханасы Эльвира Хөрмәт ҡыҙы һәм тәрбиәсе Лилиә Хәмит ҡыҙы менән хаттар яҙҙы. Улар Яңы йыл асылмалары, талисмандар эшләне. «Беренселәр хәрәкәте» әүҙемдәре ата-әсәләр комитеты менән бергә посылка әҙерләп, ветерандар советына алып барып тапшырҙы.
Тарихи хәтерҙе һаҡлау йүнәлешендә шөғөлләнеүселәр Батыр аллеяһын, Мортаза Рәхимовтың һәйкәле эргәһен ҡарҙан таҙартты. Улар был тирәне гел ҡарап ҡына тора.
Шулай уҡ Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның юбилей кисәһен үткәреүҙә лә ихлас ҡатнаштыҡ. Уҡыу­сылар әҙибәне матур итеп ҡаршы алып, осрашыу дәрестәрендә булды. Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы менән бергә шағирәнең ижадына арналған «Мин – үҙ еремдең тоғро ҡыҙы» кисәһен дә уҙғарҙыҡ.
Беҙҙең гимназистар һәр көнөн ҡыҙыҡлы, фай­ҙалы үткәрә. Һәр ҡайҙа ла һынатмаҫҡа тырышабыҙ.



Йәмилә РАМАҘАНОВА,

 директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Күмертау ҡалаһы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас