Унда барыһы 8 сәнғәт бүлеге уңышлы эшләп килә. 10 уҡытыусы 125 балаға төрлө яҡлап белем бирә. Музыка мәктәбенә йөрөгән уҡыусылар район, республика һәм Рәсәй кимәлендә күп конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Тик бына һалҡындар етеү менән дәрестәр үткәреүе ауырға төшә. Сөнки уҡыу йорто тейешле кимәлдә йыһазландырылмаған. Киләсәктә ошо программала еңеп, музыка мәктәбен ремонтлап, һыу үткәреп, йылы сисенеү һәм бәҙрәф бүлмәләре эшләнһә, беҙ бик шат булыр инек.
Нәргизә ШӘМИҒОЛОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Учалы районы, Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ лицейы.