-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫлыҡ

 Дуҫлыҡ – ул ике кеше араһында яҡын, йылы һәм ышаныслы мөнәсәбәт.   

Дуҫлыҡ
Дуҫлыҡ

Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Дуҫ кеше һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша. Синыфташың, ата-әсәйең, һиңә ышанған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ, иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең.

Бына беҙ, етенсе синыф уҡыусылары, уҡытыусыбыҙ Рәйсә Усман ҡыҙы Исламғолова менән Ноғман Мусиндың «Тайғаҡ баҫма» хикәйәһен уҡыныҡ.  Ысын дуҫлыҡтың нисек нығыуын күҙәттек, ниндәй ауырлыҡтар аша үтеүен күҙалланыҡ һәм һүрәттәр эшләнек. Иң мөһиме, үҙ хатаңды ваҡытында һиҙеп, ғәфү үтенеп, һаҡлап ҡалырға тырышырға, тигән һығымта яһаныҡ. Дәрес беҙгә ныҡ оҡшаны. Беҙгә файҙалы һәм фәһемле булды, тип уйлайым.

 

Руслан Һатлыҡов,  VII «Б» синыфы уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Талбазы ауылы лицейы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас