-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Блокада ҡарлуғасы

Хөрмәтле балалар һәм ата-әсәләр! Бөгөн беҙ һеҙгә бәләкәй генә, әммә бик мөһим символ — ҡамау ҡарлуғасы тураһында һөйләмәксебеҙ. Был иң ауыр мәлдәрҙә кешеләрҙең күңелен йылытҡан рух көсө, иман, өмөт тураһында хикәйә.

Блокада ҡарлуғасы
Блокада ҡарлуғасы

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград ҡалаһы (хәҙерге Санкт-Петербург) ауыр хәлгә тарый: дошмандар уны ҡамап ала, бөтә юлдарҙы ҡаплай. Ҡамау 900 көнгә яҡын дауам итә (1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем). Ҡалаға аҙыҡ-түлек, дарыу, яғыулыҡ индереп булмай. Ҡыштарын бик һыуыҡ була, етмәһә, аслыҡ хөкөм һөрә.
1942 йылдың яҙында, иң ауыр ваҡытта, ленинградтар осоп килгән ҡарлуғастарҙы күрә. Был ысын мәғәнәһендә мөғжизә була! Кешеләр шул тиклем шатлана. ошо хөрмәткә улар махсус билдә — томшоғона хәреф ҡыҫтырған ҡарлуғас уйлап сығара.
Был значоктар “Мин фронттан яҡшы хәбәр көтәм!”, “Ғаиләмдән тиҙҙән хат килеренә ышанам”, “Еңеүҙе күрер өсөн йәшәйәсәкбеҙ!” кеүек мәғәнәләрҙе аңлатҡан.
Ҡарлуғас металдан уйылған. Ул өмөт символына — кешеләрҙе берләштергән тыныслыҡ билдәһенә әйләнде.
Кешелек тарихында иң аяуһыҙ һуғыштарҙың береһендә һәләк булған, бөтә доньяға тыныслыҡ бүләк итеүсе ҡаһармандарҙы онотмай, улар һымаҡ ныҡ, ҡыйыу, тик яҡшыға ышаныу сифаттарын өйрәнәйек, хәтергә алайыҡ!

Өфөнөң 263-сө балалар баҡсаһының өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре лә "Блокада ҡарлуғасы" патриотик акцияһына ҡушылды.

Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА, Руфина ҒӘЛИЕВА, тәрбиәселәр.



Блокада ҡарлуғасы
Блокада ҡарлуғасы
Блокада ҡарлуғасы
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас