

Олимпиадаларҙа йыл да ҡатнашып торам. Башҡорт теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының ҡала этабында еңеүсе, призёр булғаным да бар. Төбәк этабына IX синыфтан ғына үтеп була. Быйыл да башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашырға булдым. Мәктәп этабын уңышлы үткәс, ҡала буйынса бәйгелә һынау тоттом. Унда I урын алыуым ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Киләһе – төбәк-ара этап ғинуар айында ине. Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында үтте. Был белем усағында беренсе тапҡыр булдым. Иртәнсәктән мәктәп гөрләп торҙо. Урамдан халыҡ ағыла ла ағыла... Ҡатнашыусылар, ысынлап та, бик күп ине. Төрлө тарафтан – республика район-ҡалаларынан да, күрше өлкәләрҙән дә килгәндәр. Теркәлеү үткәс, линейка булды. Аҙаҡ кабинеттар буйлап таралыштыҡ. Бына олимпиада ла башланып китте. Тәүге этап – викторина һорауҙарына яуап биреү. Эштәр артыҡ ауыр булмаһа ла, ҡайһы берҙәре уйланырға мәжбүр итте. Ҡыҫҡа тәнәфестән һуң икенсе этапҡа саҡырҙылар. Ҡатнашыусыларҙы бер нисә төркөмгә бүлеп, ярым түңәрәк итеп ултырттылар. Ойоштороусы тексты ике тапҡыр уҡып сыҡты, иғтибар менән тыңларға, бөтәһен дә хәтерҙә ҡалдырып барырға ҡушты. Һорауҙар әҙерләнгән ине. Ҡул күтәреп, яуап биреп торорға кәрәк. Был этап сослоҡ, иғтибарлылыҡты талап итә, сөнки нисә һорауға яуап биргәнһең – шунса плюс ҡуйып баралар.
Мине ҡатнашыусыларҙың башҡорт телендә иркен һөйләшеүҙәре һоҡландырҙы. Һынауҙы үткәс, төшкө аш ваҡытын иғлан иттеләр. Беҙҙе ашханаға ебәрҙеләр. Ошо мәлдә күптән күрмәгән таныштарымды осраттым, яңылары менән дә аралаштым. Яҡты, матур гимназия буйлап йөрөп сыҡтым. Өсөнсө – һуңғы этапта текст өҫтөндә эшләнек. Һорауҙар артыҡ ауыр тойолманы. Бәйгеселәрҙең күбеһе тиерлек тиҙ арала ҡәнәғәт йөҙ менән аудиториянан сығып та китте. Мин дә тотҡарланманым.
Олимпиада һөҙөмтәләрен кискеһен иғлан итәләр икән. Көтөп йөрөнөм. Ниһайәт, сайтҡа һөҙөмтәләрҙе һалдылар. Ҡараһам, тәүге унау исемлегенә инеп, призёр булғанмын икән! Бүләкләү тантанаһы икенсе көнөнә Балалар филармонияһында үтте. Байрамға төрлө ҡунаҡтар саҡырылған ине. Ҡотлауҙар матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Еңеүселәргә диплом һәм бүләк тапшырҙылар. Был йыл минең өсөн уңышлы башланды.
Алтынай АҠМАНОВА,
йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20се башҡорт гимназияһы.
Фотола: Алтынай башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусыһы Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаева менән.