Бөтә яңылыҡтар

Парктағы күңелле көн

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән «Лошадкин парк»та үткән экскурсияның иң йылы мәлдәре менән уртаҡлашырға теләйбеҙ. Йәш тикшеренеүселәребеҙ, 263-сө балалар баҡсаһының "Бал ҡорто" өлкәндәр төркөмө балалары, ата-әсәләре менән бергә иҫ киткес сәйәхәткә сыҡты. 

Парктағы күңелле көн
Парктағы күңелле көн

Был паркта уларҙы аттар көтә ине.
Балалар малҡайҙарҙың тормошо, уларҙы ҡарау тураһында файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде. Ә был мөһабәт йән эйәләрен үҙҙәре лә ашатып ҡарағас, ныҡ ҡыуандылар. Һыбай йөрөү мөмкинлеге бирелгәс, түбәләре күккә тейҙе. Ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы һуң! Кәйефтәр бөтөнләй күтәрелде.
Әүҙем күңел асыуҙан һуң тәмлекәстәр менән хуш еҫле ҡайнар сәй эстек. Һәр ҡунаҡ яратҡан паркынан иҫтәлеккә бүләк алып ҡыуанды.
Балаларыбыҙҙың шат йылмайыуын күреп, беҙ, тәрбиәселәр, үҙебеҙҙе ысын мәғәнәһендә бәхетле тойҙоҡ.

Руфина ҒӘЛИЕВА, Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА, тәрбиәселәр.

Өфө ҡалаһы.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас