"Бал ҡорто" өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре шулай үҙҙәре яһалма ҡар булдырырға ҡарар итте.
Һөҙөмтә көтөлгәндән яҡшыраҡ булды. Беҙҙең яһалма ҡар ысын ҡар кеүек үк ҡабарынҡы, йомшаҡ килеп сыҡты. Формаһын бик яҡшы тота, хатта ҡағылғанда бер аҙ шығырлап тора.
Был тәжрибә йылы көндәрҙә лә ысын мәғәнәһендә ҡышҡы әкиәт тыуҙырып була икәнен иҫбатланы. Хәҙер яһалма ҡарҙың үҙебеҙҙең «йәшерен» рецебы бар!
Руфина ҒӘЛИЕВА, Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА, тәрбиәселәр.
Өфө ҡалаһы, 263-сө балалар баҡсаһы.