Өфөнөң 263-сө балалар баҡсаһындағы 4-се "Бал ҡорто" өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре Китап алмашыу үҙәге булдырыу башланғысына ҡушылды. Хәҙер беҙҙең бәләкәй уҡыусыларыбыҙ өйҙә уҡыр өсөн китаптарҙы ваҡытлыса алып ҡына ҡалмай, яратҡан әҫәрҙәрен дуҫтары менән дә уртаҡлаша ала.
Нимә ул Китап алмашыу үҙәге? Был урынға һәр бала үҙенең яратҡан китабын алып килә, үҙе лә яңы, ҡыҙыҡлы әкиәт-хикәйә һайлай ала.
Бөгөн кескәйҙәр әҙәби викторинала ҡатнашты, яратҡан китаптарынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, дуҫтары менән китаптар алмашты, шулай уҡ әҙәбиәт донъяһы тураһында күп нәмә белде.
Уҡыуға һөйөү бала саҡтан башлана, тип иҫәпләйбеҙ. Ошондай саралар китап һөйөүселәрҙең яңы быуынын үҫтерергә ярҙам итә.
Беҙҙең хәрәкәткә ҡушылығыҙ! Китап алмашыу үҙәгенә китаптар алып килегеҙ!
Руфина ҒӘЛИЕВА, Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА, тәрбиәселәр.