+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Һүҙ оҫтаһы бит ул!

«Беҙҙең Фәрхәт бик матур итеп концертты алып барҙы!» – тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Күптәрҙе һоҡландыра ул!

Һүҙ оҫтаһы бит ул!Һүҙ оҫтаһы бит ул!
Һүҙ оҫтаһы бит ул!

Район мәҙәниәт һарайында уҙған төрлө сараларҙы алып барыусы Фәрхәт Исламов Түбәнге Йәркәй лицейының X синыфында яҡшы билдәләргә генә уҡый. Тәрән фекер йөрөтөүе, сабырлығы менән айырылып торған был егетте белмәгән кеше юҡтыр.
– Иң беренсе тапҡыр Роберт Миң нуллиндың музейын асҡанда алып барыусы булдым. Был – минең өсөн бик ҙур ғорурлыҡ. Ғөмүмән, һәр концерт, һәр үткән сара ныҡлы әҙерлек, яуап лылыҡ талап итә. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә, ниндәй интонация менән уҡырға – быларҙың бөтәһенә лә район мәҙәниәт һарайының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Лиана Илдар ҡыҙы Ниғмәтуллина өйрәтә. Уға сикһеҙ рәхмәтлемен, – ти егет.

Әсәһенә оҡшап, Фәрхәт спортты ла бик ярата. Әйткәндәй, Сулпан Рәүҙәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар Үрге Йәркәй гимназияһында физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, саңғыла йөрөү, йүгереү буйынса бик күп спорт ярыштарында еңеүсе, оҫта тренер. Фәрхәт әрме ҡул һуғышы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, күнекмәләргә йөрөй. Был спорт төрө серҙәренә тренеры Ростислав Романович Умурбаев өйрәтә. Ошо уҡыу йылында Өфө ҡалаһында үткән алыш та, районда йүгереү, саңғы буйынса ярыштарҙа призёр булған.

Беҙ былтыр ноябрь айында уның менән Өфөгә барып бик матур сарала ҡатнаштыҡ. Рауил Шаммастың шиғырҙанын яттан һөйләүселәр конкурсында «Заман һине һынаһын» шиғырын үҙенсәлекле башҡарып, I урын яулауы уҡыусымдың тағы ла бер һәләтен асты.

Фәрхәт Әхәт Мортазин иҫтәлегенә үткән «Диктор тауышы» конкурсында ҡатнашып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус бүләгенә лайыҡ булды.

– Иң ҙур кәңәшселәрем – атайым менән әсәйем. Улар һәр сығышыма әҙерләнгәндә ярҙам итә, һәр уңышыма ҡыуана. Киләсәктә үҙҙәрен шатландырып ҡына торғом килә, – ти Фәрхәт.

Уҡыусыма уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйем.

 

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Илеш районы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас