-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Нимә ул батырлыҡ?

Башҡорт әҙәбиәте дәресендә Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәре менән танышҡас, батырлыҡ тураһында һөйләштек.

Нимә ул батырлыҡ?
Нимә ул батырлыҡ?

 Синыфташтарым бөтәһе лә үҙ фекерҙәрен әйтте, тормоштан миҫалдар килтерҙеләр. Бик ҡыҙыҡлы әңгәмә килеп сыҡты.
Ысынлап та, нимә ул батырлыҡ? Минеңсә, батырлыҡ ул - кешенең эске донъяһының матурлығы, уның үҙенең тормошона зыян килеү ҡурҡынысына ҡарамаҫтан, ҡыйыу ғәмәлдәр башҡарыу һәләте. Бөтә кеше лә батырлыҡ эшләй алмай. Батыр кешеләр - тормоштоң етди мәсьәләләрен хәл итергә һәләтле, рухи яҡтан көслө заттар. Әлбиттә, был сифат кешеләрҙән тәүәккәллек, сикһеҙ ҙур ихтыяр көсөнә эйә булыуын талап итә.

Һәр замандың үҙ батырҙары була. Улар Бөйөк Ватан һуғышы, локаль һуғыштар батырҙары бар, уларҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.
Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар - ысын батырҙар, улар беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн үҙҙәрен ҡыҙғанмай батырлыҡтар күрһәтә. Бөтәһенең дә тыуған еребеҙгә иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем.

 

Әлмир Шәрипов,
Илеш районы,
Түбәнге Йәркәй лицейы.
VIII синыф уҡыусыһы.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас