Мауыҡтырғыс, күңелле аҙна уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла бик оҡшаны. Һәр көн бер уҡыу фәненә бағышланды. Аҙналыҡ барышында уҡыусылар төрлө уйын-викториналарҙа ҡатнашты, шарадалар, ребустар систе. Шулай уҡ синыфтарҙа “Иң яҡшы дәфтәр” , “Иң матур яҙыу”, “Иң етеҙ уҡыусы”,” Иң күп китап уҡыусы”, “Иң әүҙем уҡыусы”, ”Иң шәп спортсы” билдәләнде.
Беренселәр "әкиәт иленә" сәйәхәт итте. Икенсе һәм өсөнсө синыфтар Пушкин әкиәттәре буйынса белемдәрен тикшерҙе. Дүртенселәр һаулыҡ һәм гигена тураһында һөйләште. 14 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара китап биреү көнөнә арналған акцияла уҡыусылар бер-береһенә китаптар бүләк итте. Шулай уҡ “Һалдатҡа хат” акцияһында ла балалар ихлас ҡатнашты. Үҙҙәренең матур теләктәрен, йылы һүҙҙәрен хат юлдарына һалды, сағыу һүрәттәр төшөрҙө.
Синыфтарҙа инновацион техник саралар ҡулланып, заман талаптарына тура килгән асыҡ дәрестәр күрһәтелде.
Ә “Күңелле старттар” бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Уҡыусылар үҙҙәрен сос, етеҙ, ҡыйыу итеп күрһәтте. Был аҙналыҡта һәр уҡыусы ихлас
ҡатнашты.
Башланғыс синыфтар аҙналығында әүҙем ҡатнашҡан бар балаларға һәм ошо сараны юғары кимәлдә үткәргән коллегаларыма ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.