“Зарница” уйыны уйнайбыҙ. Беҙ, уҡыусылар, ике командаға бүленеп, көн һайын бер спорт төрөндә үҙебеҙҙе һынайбыҙ. Баскетбол ярышы бик сәмле барҙы. Башланғыс синыфтар өсөн “Күңелле старттар” үтте.
V-IX синыф уҡыусылары шашка буйынса көс һынашты. Сос, етеҙ уҡыусылар еңеүсе булды. Әле беҙҙең үтәсәк спорт ярыштары күп кенә. Барыбыҙ ҙа бик теләп ҡатнашабыҙ.
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тип белмәй әйтмәйҙәр. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары спортты бик ярата.
Тимур Мырҙағолов,
VI синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Исламбай мәктәбе.