+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Атайым – батырлыҡ һәм намыҫ өлгөһө

Атайым Аллабирҙин Радик Рәис улы хәрби хеҙмәткә алынғас, ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй.

Атайым – батырлыҡ һәм намыҫ өлгөһө.Атайым – батырлыҡ һәм намыҫ өлгөһө.
Атайым – батырлыҡ һәм намыҫ өлгөһө.

Хеҙмәт осоронда ул Төньяҡ Кавказ төбәгенә ебәрелә һәм Чечня биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Ул ваҡытта хәлдәр ҡатмарлы була, һалдаттарҙан сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ талап ителә. Атай үҙенең иптәштәре менән бергә ҡуйылған бурыстарҙы үтәй, тыныслыҡты һаҡлау өсөн хеҙмәт итә. Хеҙмәт осоронда ул күп ауырлыҡтар күрә, әммә рухын һындырмай. Йыл ярым ваҡыт үткәс, иҫән-һау тыуған яғына ҡайта. Был осор уның тормошонда ҙур һынау һәм әһәмиәтле тәжрибә булып ҡала.

Хәрби хеҙмәт атайымдың холҡон тағы ла сыныҡтыра, яуаплылыҡ һәм сыҙамлыҡ кеүек сифаттарын нығыта. Тыуған яғына ҡайтҡас, ул намыҫлы хеҙмәт итеп, ғаиләһенә терәк һәм таяныс була. Беҙҙе — балаларын — хеҙмәт һөйөргә, илде яратырға, кешеләргә ихтирамлы булырға өйрәтте. Атайымдың тормош юлы — батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө. Мин уның менән сикһеҙ ғорурланам.

Нурзидә Аллабирҙина.

Бөрйән районы,

Исламбай мәктәбе.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас