– Әмир, һин ни өсөн тикшеренеү эштәренә тотонорға булдың? – тип ҡыҙыҡһынам унан.
– Атайым Нәзир Нәсим улы – махсус хәрби операцияла. Күп кенә атайҙар, улдар һәм ағайҙар Тыуған илебеҙҙе яҡлай. Уларҙың яҡындары, балалары минең кеүек үк төрлө хистәр кисерә: ғорурлыҡ та, борсолоу ҙа, ҡурҡыу ҙа... Мин бының беҙҙең, мәктәп уҡыусыларының, донъяға ҡарашына нисек тәьҫир итеүе менән ҡыҙыҡһындым. Шуға ла үҙемдең проектымда маҡсат итеп атайымдың МХО-ла ҡатнашыуы минең күңел торошома һәм шәхси үҫешемә нисек йоғонто яһағанын асырға тырыштым.
– Һинеңсә, бала кеше атаһының яуҙа булыуын тыныс итеп ҡабул итергә өйрәнә аламы?
– Уҡытыусыларға, синыфташтарға һәм дөйөм мөхиткә бәйле был. Мин үҙем, әлбиттә, атайымдың МХО-ла ҡатнашыуын Тыуған илгә файҙалы хеҙмәт һәм патриотик ҡарар тип һанайым. Уның наградаларының ни өсөн бирелгәнен аңларға тырышам. Атайым «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» һәм «Төньяҡ Кавказ биләмәһендә контртеррористик операцияларҙа ҡатнашҡаны өсөн» миҙалдары менән бүләкләнде. Мин уның менән ғорурланам.
– Яугир улына хас түҙемлелек һиндә лә сағыла. Әмир, һин атайҙарының илде һаҡларға ҡарар итеүен ауыр кисергән тиҫтерҙәреңә ни әйтер инең?
– Минең атайым, башҡа атайҙар кеүек үк, ябай кеше, әммә кәрәк саҡта ул илде яҡларға күтәрелде. Уның ҡарары миндә ҙур ихтирам уятты. Тыуған илгә һөйөүҙе һүҙ менән түгел, эш менән күрһәтергә кәрәк.
Үҙ-үҙеңә бикләнергә ярамай. Дуҫтарға тойғоларыбыҙҙы һөйләргә, ышаныслы кешеләр, фекерҙәштәр менән бергә булырға, шулай уҡ ирекмәнлек эше менән шөғөлләнергә мөмкин.
– Әмир, һиңә ғилми эштәреңдә, уҡыуыңда уңыштар теләйбеҙ. Атайың иҫән-һау ҡайтһын!
Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.